Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Май 2022, 15:25

Ҡотлайбыҙ!

Тәкә ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ НУРАНИЯ ӘБҮДӘР ҡыҙы МИННИБАЕВАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, аҡ бәхеттәр, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, изгелектәр күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән ире Ғәлинур, балалары Динис,
Эльза, Альберт, кейәүе Динар, килене Лилиә, ейәнсәрҙәре Диана,
Азалия, ейәндәре Айгиз, Айрат, Вилдан.

Автор:Лариса Михалькова