Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Май 2022, 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ветерандар, тол ҡатындар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары! Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы һәм ҡунаҡтары!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был байрам бөтә рәсәйҙәргә яу яланында үҙ тыуған иленең бойондороҡһоҙлоғон яҡлағандар иҫтәлеге булараҡ ҡәҙерле. Был – тылда еңеү яулаған һәм үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан кешеләргә рәхмәт көнө. Бөйөк Ватан һуғышы совет халҡы өсөн ныҡлыҡҡа һәм ҡаһарманлыҡ һынауы булды. Фашизмды еңеү бөтә донъяға халҡыбыҙҙың рух бөйөклөгөн, батырлығын һәм ватансылыҡ тойғоһон күрһәтте, бөтә кешелек яҙмышы өсөн тарихи яуаплылыҡ өлгөһөнә әүерелде.
Ысын күңелдән һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙҙең хәстәрлекле мөнәсәбәтен, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Еңеү көнө менән!
Хөрмәт менән, Дәүләт Думаһы депутаты
Рафаэль Мәрҙәншин.

* * *

Иң ҙур һәм бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
9 Май – илебеҙ тарихында изге көн. Был көн халҡыбыҙҙың бөтмәҫ көсөнә ышаныс менән тула, Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә илһамландыра, ижад итеү өсөн рухи йүнәлеш һәм терәк бирә.
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәргә мәңгелек дан! Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауырлыҡтар кисергән, ошо яҡты көндө яҡынайтып, тылда эшләгәндәр алдында баш эйәбеҙ!
Хөрмәтле яҡташтар! Ошо яҡты май байрамы һәр беребеҙ өсөн ғорурлыҡ көнө булһын, йөрәгебеҙҙе шатлыҡ, тыуған еребеҙ мәнфәғәте өсөн йәшәү һәм эшләү теләге менән тултырһын! Өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына лайыҡ булайыҡ! 1945 йылда яуланған иң ҡиммәтле байлыҡты – бөйөк илебеҙҙең тыныслығын, азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлайыҡ.
Еңеү байрамы киләсәктә лә берҙәмлек хаҡына хеҙмәт итһен, Рәсәйҙең ҡеүәтен нығытыуға яңы көс бирһен. Барыһына ла тыныс күк йөҙө, район, республика һәм бөйөк Рәсәй хаҡына яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлайым!
9 Май – беҙ айырым хис-тойғолар менән ҡаршылаған изге көн.
Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырған граждандарыбыҙҙың батырлығын һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә аласаҡбыҙ.
Еңеүселәр быуынының ҡаһарманлығы, сыҙамлығы һәм фиҙаҡәрлеге беҙҙең хәтерҙә йәшәй. Бөгөн барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, бөгөн ҡулына ҡорал тотоп дәүләт мәнфәғәттәре һағында торған һәм милләтселәргә ҡаршы һуғышҡан Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем!
Р. ФӘТИХОВ,
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары.

Автор:Лариса Михалькова