Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Май 2022, 09:00

Байрам менән!

Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр!

Байрам менән!
Байрам менән!

Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Был яҡты көн исламдың күп быуатлыҡ йолаларын һәм ураҙаның төп ҡанундарын сағылдыра: рухи таҙарыныу, шәфҡәтлелек, изге эштәр башҡарыу – бөтә милләт һәм дин кешеләре өсөн берҙәй ҡәҙерле.
Мосолмандарға һәр ваҡыт дингә тигеҙ ҡараш, тыныслыҡҡа ынтылыу, ғәҙеллек һәм яҡындар тураһында хәстәрлек күреү кеүек сифаттар хас булды. Мәсетле районында күп йылдар дауамында төрлө милләт һәм дин вәкилдәре бергә йәшәй, хеҙмәт итә. Мәсетлеләр үҙҙәрен бер ҙур, татыу ғаилә итеп тоя, яҡындарына ярҙамға килергә, ауыр ваҡытта иңде ҡуйырға әҙер.
Хәйриә эшмәкәрлеге, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биргән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, районда татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән өсөн райондың мосолмандар өммәһенә рәхмәт белдерәбеҙ.
Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға йылылыҡ һәм йәм, ышаныс һәм күңел тыныслығы алып килһен! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.
* * *
Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән тәбрик итәм!
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең ураҙаларығыҙҙы, изге эштәрегеҙҙе ҡабул әйләп, улар өсөн мул ниғмәттәрен бирһен! Барлыҡ өмөттәрегеҙ һәм теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һеҙҙең изгелекле, ихлас булыуығыҙҙы, башҡа кешеләр-ҙең хис-тойғолары, ышаныстарын хөрмәт итеүегеҙҙе теләйем.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, уңыш, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек насип булһын!
Мәсетле районы имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт.

Автор:Лариса Михалькова