Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Май 2022, 09:00

Байрам менән!

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Байрам менән!
Байрам менән!

Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 1 Май менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Беренсе май яҙ йылыһы һәм наҙ менән тулған. Ул – Тыуған илебеҙҙең данлы тарихи үткәне, элеккесә тыныслыҡ һәм хеҙмәт берҙәмлеге символы булып, бәхетле үҙгәрештәргә ышаныуыбыҙ менән ҡәҙерле. Был – яҙ, өмөт, үҙ хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу теләге, ысын хеҙмәтсәндәр, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән кесе ватаныбыҙҙың һәм тотош илдең киләсәген булдырыусыларҙың байрамы.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Был яҡты байрам көнөндә барығыҙға ла хеҙмәтегеҙҙең һәр ваҡыт кәрәкле булыуын, лайыҡлы баһаланыуын теләйбеҙ, яҙғы йылы барығыҙға ла шатлыҡлы кәйеф бүләк итһен, яңы хеҙмәт үрҙәре өсөн көс бирһен! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм тотороҡло тормош, тыныслыҡ һәм иң яҡты өмөттәрҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Беренсе май менән!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө менән ҡотлайым!
Беренсе май – яҙ һәм йылылыҡ, өмөт, хоҡуҡ һәм мөмкинлектәрҙе тулыһынса тормошҡа ашырыу теләге менән һуғарылған байрам. Ул – көндәлек хеҙмәте менән илебеҙҙең киләсәген төҙөүсе ысын хеҙмәтсәндәр байрамы. Тап эшһөйәрлек һәм ижад йәмғиәттең үҫеш нигеҙе, билдәләнгән планға уңышлы ирешеү сығанағы булып тора.
Һәр кемдең дә хеҙмәте кәрәкле тип табылып, юғары баһаланһын, шатлыҡ, именлек килтерһен. Яҙҙың был көндәре бәхет менән тулһын, яңы көс-дәрт һәм рух күтәренкелеге бирһен.
Һеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем!
Хөрмәт менән, Дәүләт Думаһы депутаты
Рафаэль Мәрҙәншин.

Автор:Лариса Михалькова