Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Апрель 2022, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Ишәле ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ ФӘЙРҮЗӘ СӘРҮӘР ҡыҙы ФӘРХЕТДИНОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы матур тормош, донъялағы булған барлыҡ изге теләктәрҙе теләйбеҙ.
Тормошобоҙ алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең-тәнең.
Шатлан, һөйөн – һин бәхетле,
Һинең ғүмер байрамың.
Беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ – булғаның!
Ҡотлау менән ире Тимерғәзи, улдары Рәмил, Иршат.

Автор:Лариса Михалькова