Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Апрель 2022, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ЛИЛИӘ ХӘМИТ ҡыҙы БАҺАУЕТДИНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә изгелек һәм яҡтылыҡ, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләйбеҙ, ә ғүмерең оҙон һәм бәхетле булһын. Беҙ һинең түҙемле, кешелекле, алсаҡ булыуыңа һоҡланабыҙ. Һинең изгелегең, хәстәрлегең, мөхәббәтең, аҡылың һәм ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең бөтә уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ – барыһы ла һинең тырышлығың менән, барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. Балаларың һәм ейәндәреңдең һөйөүе һәм хәстәрендә йәшә, һиңә яҡты ҡояшлы көндәр, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Йәшлек дәртен һүндермәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош һуҡмағынан бергә атларға насип итһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Иң изге теләктәр менән ирең Мансур, улың Рөстәм,
киленең Яна, ейәнең Дилан, ейәнсәрең Ралина.

Автор:Лариса Михалькова