Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Апрель 2022, 10:15

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ РАФИҠ ШАКИРЙӘН улы ХАЖИЕВты күркәм юбилейы – 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең хөрмәтен һәм һөйөүен тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, изге йөрәгең арыу-талыу белмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнизә,
улдарың Радик, Рәмил, ҡыҙың Ләйсән, килендәрең
Ирина, Ирина, кейәүең Вадим, ейән-ейәнсәрҙәрең
Регина, Алина, Элина, Аделина, Арина, Рамазан.
* * *
Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ РАФИҠ ШАКИРЙӘН улы ХАЖИЕВты оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Рафиҡ Шакирйән улы беҙҙе, 3-сө класты яңы ғына тамамлаған бәләкәс кенә балаларҙы, үҙ ҡанаты аҫтына алғанда, абыйыбыҙға ни бары 25 йәш кенә ине. Үҙе өлкәндәр тормошона саҡ аяҡ баҫҡан уҡытыусыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән бергә булды: тәбиғәткә сығып ял итеүҙәр, мәктәп эштәре, төрлө конкурстар, ул ваҡыттағы колхоз эштәре, бергә үткәрелгән тыуған көндәр. Мәктәп хәтирәләре һәр ваҡыт математика уҡытыусыһы Рафиҡ абый менән бәйле. Беҙҙе мәктәптән сығарғас, күп йылдар Рафиҡ Шакирйән улы ауыл хакимиәте башлығы булып эшләне. Ул үҙен оҫта, ғәҙел уҡытыусы итеп кенә түгел, ә талапсан, егәрле етәксе лә итеп күрһәтте. Әле олатай исемен лайыҡлы йөрөткән абыйыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күп шатлыҡтар, бөтмәҫ бәхеттәр теләйбеҙ. Беҙ Һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, беҙгә ҡарата булған иғтибарығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙгә, талантығыҙға һәм сыҙамлы булыуығыҙға һоҡланабыҙ!
Иң изге теләктәр менән 1995 йылғы сығарылыш
уҡыусылары: Илһам, Азат, Баймөхәмәт, Марат, Марс, Гөлфирә, Фәнгизә, М. Лилиә, Х. Лилиә, Гөлназ,
Светлана, Гөлйөҙөм, Ирина, Әлфирә, Ләйлә, Элвира,
Нелли, Диләфрүз.

Автор:Лариса Михалькова