Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Апрель 2022, 14:00

Ҡотлайбыҙ!

Әләгәҙ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле бул-ған һеңлебеҙ, балдыҙыбыҙ, апайыбыҙ МИНДЕГӨЛ САБИР ҡыҙы МОФАЗАЛОВА 10 апрелдә 55 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙ уны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоңда ҙур уңыштар, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, йән тыныслығы, улың, киленең, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың хөрмәтендә бәрәкәтле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юбилейың – оло байрамың.
Ҡабул ит һин беҙҙән бүләккә
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Оҙаҡ йылдар яҙһын әле беҙгә
Туғаным, тип һиңә әйтергә!
Иң изге теләктәр менән апайҙарың, еҙнәләрең һәм беҙҙең балалар.

Автор:Лариса Михалькова