Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Апрель 2022, 11:50

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ҒАЯН ҒӘЙНИСЛАМ улы ЗИННӘТУЛЛИНды ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, артабан да беҙҙең менән бәхет һәм шатлыҡта йәшәүен теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Ҡотлау менән ҡатыны Клара, ҡыҙҙары Айгөл, Лилиә, Юлиә, кейәүҙәре Анатолий, Аяз, Тимур, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Лариса Михалькова