Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Апрель , 09:30

Ҡотлайбыҙ!

8 апрелдә иң яҡшы атай һәм олатай РАФИҠ ӘХТӘР улы ӘХЙӘМОВтың тыуған көнө – уға 65 йәш тулды. Һин – иң яҡшы, хөрмәтле кеше, ышаныслы ир, хәстәрлекле атай һәм яратҡан олатай.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Бай тормош тәжрибәһе һәм тәрән аҡыл туплап, бөгөн улар менән уртаҡлашҡаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Ысын күңелдән бәхетле булыуыңды, оҙон ғүмер, уйлаған изге эштәреңдең һәм хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, яҡшы кәйеф, күңел дәрте, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы, күңелле ваҡиғалар менән тулы аяҙ көндәр, муллыҡ, донъя именлеге теләйбеҙ.
Ғүмереңдең иң-иң сағыу,
Иң матур мәле еткән.
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Беҙ тәбрикләйбеҙ һине.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн – һин бәхетле,
Һинең ғүмер байрамың.
Беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ – булғаның!
Иң изге теләктәр менән яратҡан
ҡатыны Альбина, балалары, ейәндәре.

Автор:Лариса Михалькова