Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Апрель , 12:10

Ҡотлайбыҙ!

Йонос ауылында ғүмер кисереүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле инәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ҡәртнәйебеҙ, оло ҡәртнәйем ҒӘЗИМӘ МИРЗАҒӘЛЕ ҡыҙы МӨХӘМӘҘИЕВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғүмер буйы ябай, изге күңелле, күркәм холоҡло, тырыш, уңған һәм сабыр булғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Һиңә ҡарап һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Бөтә ҡәҙерлеләреңде үҙеңә һыйҙырҙың. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы. Шәфҡәтле йөрәгең һис ҡасан да арымаһын, беҙҙең кәңәшсебеҙ. Йортобоҙҙоң утын һүндермәй, сәләмәтлегең ҡаҡшамай, һау-сәләмәт булып, алдағы ғүмер йылдарыңда ла тормош юлдарың именлектә, аҡ бәхетле көндәрҙә үтһен, шатлыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Беҙгә ғүмер биреп, матур теләктәрең һәм ярҙамың менән тормош юлына баҫтырғаның өсөн ҙур рәхмәт. Атайыбыҙ менән һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һеҙҙең фатихағыҙ менән тормош юлдарында уйҙарыбыҙ яҡты, бәхетебеҙ тулы, аҙымдарыбыҙ ышаныслы.
Был донъяла балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, уларға терәк, кәңәшсе булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ һәм һеҙҙең булыуығыҙ менән бәхетлебеҙ. Юбилейың ҡотло булһын!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Вәрис, балаларың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең,
бүләсәрең.

Автор:Лариса Михалькова