Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Декабрь 2021, 14:35

Ҡотлайбыҙ!

Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ СУФИЯ ҒИЗЗӘТ ҡыҙы һәм атайыбыҙ ӘСҠӘТ МУЛЛАҒӘЛИ улы ФӘЙРУЗОВТАРҙы бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығы – алтын туйҙары менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙең ғаилә бәхете алтынға тиң ҡиммәтле зиннәт булып ҡалһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, донъя именлеге, татыулыҡ, һүрелмәҫ мөхәббәт һәм шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ. Һеҙҙең алтын ҡулдарығыҙ изгелектәр ҡылып, йөрәктәрегеҙ бергә типһен. Биргән күңел йылыһы һәм һөйөү, изгелек һәм хәстәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Ерҙә йәшәү – һынау бит ул, тиҙәр,
Ауырлыҡты бергә еңдегеҙ,
Тормош һуҡмағынан бергә атлап,
Алтын туйығыҙға еттегеҙ.
Тағын бик күп йылдар тигеҙлектә
Матур парҙар булып йәшәгеҙ.
Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,
Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова