Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Октябрь , 15:45

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн беҙҙең ғаиләлә ҙур байрам – Иҫке Мишәр ауылынан һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘБИҒА РАДИК ҠЫҘЫ ХӘЛИЛОВА 60 йәшлек юбилейын ҡаршы ала.

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине ошо матур юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Алдағы ғүмереңдә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман шулай беҙгә терәк булып, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итергә, ғаилә шатлығы, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп, мул тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә шулай беҙгә бик кәрәк.
Ҙур шатлыҡтар юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен!
Иң изге теләктәр менән һине яратып тормош иптәшең
Вәрис, ҡыҙың Регина, улдарың Радис, Вәйес, кейәүең Вилнус, килендәрең Рәзилә, Юлиә һәм 9 ейән-ейәнсәрең.

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе, беҙҙең өсөн яҡын, яратҡан ҡыҙым, апайыбыҙ РӘБИҒА РАДИК ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны ғүмеренең матур миҙгеле – юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, балаларың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын,
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Ҡотлау менән әсәһе Фариза, һеңлеһе Сәлимә,
кейәүе Әснәф, энеһе Раиф, килене Гөлнәзирә.

Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова