Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Октябрь , 15:15

Ҡотлайбыҙ!

Оло Аҡа ауылында йәшәүсе атайыбыҙ РАТМИР МИННИӘХМӘТ улы ХӘЙРЕТДИНОВты 88 йәше тулыу айҡанлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле атайыбыҙ, тыуған көнөң менән ҡотлап, һиңә сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-ҡыуаныстар менән тулы, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Алдағы тормошоңда әсәйебеҙ менән тигеҙлектә, иҫән-һау ғүмер итегеҙ. Беҙгә, балаларыңа – оло терәк, ейән-ейәнсәрҙәреңә ҡәҙерле олатай булып, бергә-бергә йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт шундай оло йөрәкле, ярҙамсыл, киң күңелле булып ҡал.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек!
Тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова