Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Октябрь , 14:30

Ҡотлайбыҙ!

Борғатъя ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ ҺӘҘИӘ МӘҒӘФҮР ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны оло юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!

Әсәй, донъя-лағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙгә ғүмер биреп, матур теләктәрең һәм ярҙамың менән тормош юлына баҫтырғаның өсөн ҙур рәхмәт. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырма-һын. Фани донъяның рәхәтен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен. Беҙ һине яратабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Барлыҡ балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең
исеменән ҡыҙың Мәрйәм, кейәүең Нәҡип.

Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова