Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Октябрь , 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡотостан Республикаһының иң мөһим дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым!
Был байрам беҙҙең барыбыҙҙы ла – ошо ерҙә тыуғандарҙы, йәшәгәндәрҙе һәм эшләргә килгәндәрҙе, тыуған яғын яратҡандарҙы, хөрмәт иткәндәрҙе һәм уның киләсәге өсөн хеҙмәт иткәндәрҙе, уның тарихы, ҡаҙаныштары, йолалары менән ғорурланғандарҙы берләштерә.
Башҡортостан йәшәгән халҡы, кесе тыуған ил киләсәге өсөн яуаплы эстафетаны ҡабул итергә әҙер булғандар хеҙмәте менән үҫешә һәм йәшәй.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек, Ватаныбыҙҙы сәскә аттырыу хаҡына тырыш хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Рафаэль МӘРҘӘНШИН,
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты.

* * *


Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙе республикабыҙҙың төп дәүләт байрамы – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был байрам төрлө йәштәге һәм төрлө динле бар милләт кешеләрен, яратҡан Башҡортостаныбыҙҙың үҫешенә һәм сәскә атыуына фиҙаҡәр хеҙмәте менән үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да берләштерә.
Бөгөнгө Башҡортостан – меңәрләгән мөмкинлектәр ере, киләсәккә ышаныслы атлаған республика.
Беҙҙең Мәсетле районы республикабыҙ менән бергә һулыш ала һәм үҫешә. Районыбыҙҙың төп байлығы – ғәзиз Мәсетле еренең районыбыҙҙы күркәмерәк, уңайлыраҡ итергә теләгән маҡтауға лайыҡ халҡы. Районыбыҙ граждандарының алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сығырға мөмкинселеге һәм теләге бар.
Тырыш хеҙмәтегеҙ, ватансылыҡ тойғоһо һәм тыуған ергә оло һөйөү өсөн ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Районыбыҙ артабан сәскә атһын һәм Мәсетле еренең һәр кешеһенең тормошо шатлыҡ менән тулы булып, һәр кем етеш йәшәһен. Ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет Һеҙгә! Изге эштәрегеҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың артабан да үҫешенә ярҙам итһен!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Автор:Наталья  Русинова