Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Сентябрь 2021, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ НАИЛ РАТМИР улы ХАФИЗОВты 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге йөрәкле, булдыҡлы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай-олатай. Һинең көслө ихтыярлы, тәүәккәл булыуың һәм дөрөҫлөктө яратыуың менән ғорурланабыҙ. Бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ. Һин беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә. Киләсәктә лә ауырымай, һыҙланмай, беҙҙең ихтирамды тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә тыуған йортобоҙҙоң йәмен, ҡотон һаҡлап бәхетле ҡартлыҡта, оҙон-оҙаҡ мул тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен, дуҫ-туғандар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән йәнәш атларға яҙһын.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанда.
Һин һәр саҡ булдың ике күҙем,
Һин һәр саҡ булдың йөрәгем.
Ғүмер юлдарында кәрәк саҡта
Һин һәр саҡ булдың терәгем!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Рәзилә, ҡыҙҙары Эльмира, Дания, кейәүҙәре Александр һәм
Александр, улдары Вилнар, Урал, Юлдаш, килендәре Яҙгөл, Зөбәржәт һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Шулай уҡ уның игеҙәге ФАИЛ РАТМИР улы ХАФИЗОВтың да 65 йәшлек юбилейы. Беҙ уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Сит кешегә һис тә кәрәк түгел
Шатлыҡ-ҡайғы, һинең борсоуың.
Тик туғаның ғына ысын йөрәктән
Уртаҡлаша йөрәк ярһыуын!
Хафизовтар.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова