Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Сентябрь 2021, 11:30

Ҡотлайбыҙ!

19 сентябрҙә Оло Ҡыҙылбай ауылынан ҡәҙерле, һөйкөмлө, алтын, берҙән-бер, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ КЛАРА МӘҮЛИТБАЙ ҡыҙы ХӨСНУЛЛИНА 85 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле кешебеҙҙе ошо оло датаһы менән ҡотлайбыҙ. Һинең кеүек әсәйебеҙ булыу менән беҙ ниндәй бәхетле! Һин һәр ваҡыт ярҙам да итәһең, йыуатаһың да, күңелде лә күтәрәһең, аҡыллы кәңәштәреңде лә бирәһең. Һин – беҙҙең тормошобоҙҙа иң ҡәҙерле кеше. Әсәкәйебеҙ, беҙ һиңә оҙон ғүмер, һаулыҡ, яҡшы кәйеф, шатлыҡ теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, әсәй!
Ҡотло булһын юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Әйҙә, ғүмер үтһен, сәс ағарһын,
Ә йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Килер көнгә бары сәләмәтлек,
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
Иң изге теләктәр менән һине яратыусы ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәндәрең һәм бүләләрең.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова