Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Сентябрь 2021, 10:15

Ҡотлайбыҙ!

Йонос ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ ФӘҒИЛӘ АҘНАБАЙ ҡыҙы МӨХӘМӘТҒӘЛИНАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Бөгөн беҙ Һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кешегә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлелек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. Һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ваҡыт, әлбиттә, аяуһыҙ, әммә беҙ Һеҙгә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ Һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ, бөтә йөрәктән хөрмәт итерлек булһын. Ә үҙегеҙгә, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп, ҡыуанырға яҙһын. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ.
Иң изге теләктәр менән Йонос урта мәктәбе коллективы.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова