Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Сентябрь 2021, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле РИФАТ ФӘСХЕТДИН улы ӘХЙӘМОВты ысын күңелдән 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғүмерегеҙҙең күп йылдарын Һеҙ эске эштәр органдарында хеҙмәткә бағышланығыҙ. Намыҫ һәм ғәйрәт, ихтыяр көсө һәм ил алдында бурыс тойғоһо Һеҙгә һәр ваҡыт хас булды. Хеҙмәтегеҙҙең хөрмәтен күреп, үтелгән юлдарығыҙ өсөн ғорурланып йәшәгеҙ. Ныҡ һәм сәләмәт булығыҙ. Йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө булып ҡалығыҙ. Эргәгеҙҙә һәр ваҡыт яҡын кешеләрегеҙ булһын. Һеҙгә именлек, тотороҡлолоҡ, күңелегеҙҙә тыныслыҡ, ғаиләгеҙҙә етеш тормош булыуын теләйбеҙ.
Ҡотло булһын матур юбилейығыҙ,
Юлдарығыҙға ынйы һибелһен.
Тормошоғоҙҙоң атҡан алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге ветерандары.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова