Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Сентябрь 2021, 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛНАРА РАФАИЛ ҡыҙы ФАЗУЛОВАны 55 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, теләктәренең тормошҡа ашыуын, һәр көн яҡшы кәйеф теләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, бөгөн – һинең тыуған көнөң. Бөгөн – иң яҡты байрам, сөнки донъяға иң яҡты, изге күңелле, беҙҙең өсөн иң яҡын кеше тыуған. Һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йөҙөңдән йылмайыу китмәҫлек сәбәптәрҙең күп булыуын теләйбеҙ, сөнки һин йылмайғанда бар донъя сәскә ата! Тормошто яратыусан, көслө рухлы, илһамлы булып ҡал. Һин – беҙ белгән иң көслө шәхес, ә көс-ҡеүәтең оҙаҡ йылдарға етһен. Туғандарың, дуҫтарың хөрмәтендә йәшә, бәхетле булырға бер нәмә лә ҡамасауламаһын, күҙҙәреңдә йәшәү дәрте һүнмәһен. Беҙ һине яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙы, кейәүе, ейәндәре.

* * *

Ҡәҙерле, яратҡан тормош иптәшем, әсәйем ГӨЛНАРА РАФАИЛ ҡыҙы ФАЗУЛОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Күркәм байрамыңда – 55 йәш тулған көндә – матур, алсаҡ, һөйкөмлө ҡатын, яратҡан әсәй булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф юлдаш булһын, күңелеңә ятҡан шөғөл табып, тормошоң, туғандарың менән ғорурланып, иҫәнлектә-һаулыҡта ғүмер ит. Йөрәгеңдә һәр ваҡыт йылы, яҡты хистәр генә йәшәһен, уй-хыялдарың тормошҡа ашһын. Беҙ һине яратабыҙ.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы,
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!
Иң изге теләктәр менән ире Фәим, улы Вадим.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова