Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Сентябрь 2021, 09:00

Хөрмәтле мәсетлеләр! Ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар!

Яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан Белем көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!1 сентябрь – балалыҡ һәм йәшлек осороноң, дуҫтар, уҡытыусылар менән осрашыуҙың тулҡынландырғыс бер мәле. Балаларын тәрбиәләгән һәм белем биргән ата-әсәләр өсөн дә бик мөһим көндәрҙең береһе һәм, әлбиттә, айырым һәм кәрәкле һөнәр эйәләре – уҡытыусыларҙың – яңы старт алған көнө.

Хөрмәтле  мәсетлеләр!  Ҡәҙерле  уҡыусылар,  ата-әсәләр  һәм  уҡытыусылар!
Хөрмәтле мәсетлеләр! Ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар!

Уҡыусы тормошондағы һәр уҡыу көнө һәм һәр дәресенең мөһимлеген аңлаған ғаилә был көндө тулҡынланып көтөп ала. Алдағы уҡыу йылында һәр баланың уҡыуҙа һәм ижади үҫештә уңыштарға өлгәшеренә ышанабыҙ.
Беҙ, тәү сиратта, мәктәпкә беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан, белем донъяһы ишеген тәү башлап асҡан беренсе класс укыусыларын ҡотлайбыҙ. Ә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы үтә яуаплы, сөнки уларға артабанғы тормош юлын билдәләргә, һөнәр һайларға кәрәк. Уҡытыусыларға сәләмәтлек, еңел булмаған, әммә мөһим эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Барлыҡ уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар, хеҙмәт яратыуҙарын һәм мәктәп йылдарында тыуған дуҫлыҡты йылдар аша һаҡлап алып ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Һәр берегеҙгә уңыш юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы менән!
Район Советы һәм хакимиәте.

* * *

Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был байрам – яңы асыштар һәм мөмкинлектәр донъяһына үҙ ишектәрен асҡан, барлыҡ быуындар өсөн дә ҡиммәтле булған, йылдың иң тантаналы һәм тулҡынландырғыс сараларының береһе. Был көн тураһында яҡты хәтирәләр йылдар буйына һаҡлана, изге эштәргә илһамландыра, тормоштоң ауыр мәлдәрендә ярҙам итә.
Мәктәпкә беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы үрҙәргә әйләп, яуаплы һәм етди һынауҙар көткән дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңлай. Ә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн үтә лә етди йыл башлана.
Был уҡыу йылы ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларға, ижади эҙләнеүҙәргә бай, ә мәктәп тормошо эстәлекле һәм төрлө-төрлө булһын.
Уҡытыусыларға – һөнәри уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, тырыш уҡыусылар, уҡыусыларға – тырышып уҡыуҙарын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен, тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеүҙәрен, ата-әсәләргә түҙемлек, балаларының уңыштарына һәм еңеүҙәренә ҡыуанып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Яңы уҡыу йылы барығыҙға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Барығыҙға ла илһам һәм ижади эш, белем үрҙәренә артылғанда сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.

Автор:Наталья  Русинова