Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Август 2021, 09:25

Ҡотлайбыҙ!

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле еҙнәбеҙ, бажабыҙ ХӘЙБУЛЛА ЗИЯФЕТДИН улы КАМАЛОВты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, изге күңелле еҙнәбеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, апайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Етмеш йәшкә еткән ир-егеттәр
“Ил ағаһы” тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө булһа,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон!
Иң изге теләктәр менән һине яратҡан һәм хөрмәт иткән балдыҙҙарың, бажаларың, килендәрең.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова