Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Август 2021, 12:50

Ҡотлайбыҙ!

Һабанаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны күркәм юбилейы – 80 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Әсәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, тыуған йортобоҙға нур биреп, гел яҡтылыҡ өләшеп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең һәм туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йәшәүеңде, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Төрлө саҡтар, әсәй, күргәнһеңдер,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Шатлыҡтарҙы бергә бүлә-бүлә
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһон ине утыбыҙ.
Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине
Әсәй һәм дә тыуған йортобоҙ!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары исеменән
Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе ҡыҙы Фәғилә, кейәүе Рамзил.
* * *
Һабанаҡ ауылында йәшәүсе һөйөклө өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең игелек-изгелектәрен тойоп йәшәүен, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә шулай беҙгә бик кәрәк.
Ҙур шатлыҡтар юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен!
Ҡотлау менән бөтә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе ейәнсәре Светлана,
кейәүе Илгиз, бүләһе Илнур, бүләсәре Луиза.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова