Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Август 2021, 11:50

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле һәм яҡшы коллегабыҙ ИЛЬЯ ДМИТРИЕВИЧ СИЗОВты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Алдағы тормошоноң сағыу, матур ваҡиғалар менән тулы булыуын теләйбеҙ. Һәр көн һиңә шатлыҡ һәм илһам өҫтәһен. Сәләмәт, көс-ғәйрәтле, тик яҡшыға ғына ышанып, тирә-яҡтағыларға өлгө булып йәшәгеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙ усағы йылы һәм йәмле булһын.
Бөгөн һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын.
Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Әйҙә ғүмер үтһен, сәс ағарһын,
Ә йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Килер көнгә бары сәләмәтлек,
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
“Балаҡатай урман хужалығы” коллективы.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова