Һорауҙарға Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә:
“Үткәрелгән иҫәпләүгә ярашлы, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Мишәр – Оло Ыҡтамаҡ маршруты буйынса пассажирҙар ташыу хеҙмәттәрен күрһәтеү хаҡы 3,1 миллион һум тәшкил итә. Быйыл 19 апрелдә Мәсетле районы хакимиәте 27 апрелгә тиклем ҡабул итеү ваҡыты менән көйләнеүсе тарифтар буйынса автомобиль транспортында даими рәүештә пассажирҙар һәм багаж ташыуға бәйле эштәрҙе башҡарыуға сауҙа иғлан итте. Был маршрут 2700-ҙән ашыу кеше йәшәгән туғыҙ ауылды үҙ эсенә ала. Заявкалар булмау сәбәпле сауҙа үткәрелмәне. “Башавтотранс” конкурс хаҡында хәбәрҙар булды. Был маршрут буйынса пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә подрядсы эҙләү эше дауам итәсәк.
Икенсе мәсьәләгә килгәндә, БР Юл хужалығы идаралығы мәғлүмәте буйынса, уның балансындағы Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп – Дүшәмбикә автомобиль юлын 2022 – 2024 йылдарҙа ремонтлау ҡаралмаған. Был участканы ремонтлау мәсьәләһе 2025 йылда 2025 – 2027 йылдарға территориаль заказ төҙөгәндә ҡарала”.