Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
7 Июль 2023, 12:35

Ни өсөн сүп-сар сығарылмай

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына районда контейнерҙарҙан сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауына бәйле һорау менән мөрәжәғәт иттеләр. “Ватсап” мессенджерының төрлө төркөмдәрендә ебәрелгән фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, сүп-сар һауыттары тулы, сүп һалырлыҡ урын ҡалмаған.

Ни өсөн сүп-сар сығарылмай
Ни өсөн сүп-сар сығарылмай

Беҙ 8-800-347-80-03 телефоны буйынса Өфө ҡалаһының “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” региональ операторы Ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт иттек. Хеҙмәткәр беҙгә Мәсетле районында “Таҙа ҡала” субподрядсыһы менән сүп-сар йыйыу һәм сығарыу буйынса хеҙмәтләндереү килешеүенең өҙөлөү этабында булыуын аңлатты. Хәҙер Мәсетле районында хәлде контролдә тотоу маҡсатынан Өфө ҡалаһынан “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” белгесе килгән. Контейнер майҙансыҡтарында тупланған сүп-сар яҡын арала сығарыласаҡ, тинеләр. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһы яңы субподрядсы яллау буйынса эш алып бара.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Ни өсөн сүп-сар сығарылмай
Ни өсөн сүп-сар сығарылмай
Автор: