Һорау – яуап
19 Декабря 2022, 07:30

Балалар өсөн шыуыу тауҙарына – дәүләт стандарты

Район үҙәгендә боҙ ҡаласығын төҙөү эштәре тулы ҡеүәттә алып барыла. Әммә Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында быйыл боҙ тауҙары уҙған йылдарҙағы кеүек бейек булмауын күптәр күреп өлгөргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар өсөн шыуыу тауҙарына – дәүләт стандартыБалалар өсөн шыуыу тауҙарына – дәүләт стандарты
Балалар өсөн шыуыу тауҙарына – дәүләт стандарты

“Ни өсөн боҙ тауҙары тәпәш?” – тип һорай гәзит уҡыусылар. Һорауға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә.
– 2019 йылда раҫланған ҡарар менән ҡышҡы тауҙарҙы ҡуйыу һәм файҙаланыуға талаптар билдәләнгән. Федераль ҡануниәткә ярашлы, шыуыу өсөн тәғәйенләнгән 40 сантиметрҙан юғары тауҙар хәҙер аттракциондарға тиңләштерелә, ә уларҙы сертификацияларға һәм тейешле рәүештә хеҙмәтләндерергә тура киләсәк. Быйыл был талаптар үҙ көсөнә инде.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50-се һанында уҡығыҙ.

 

Автор: