Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
18 Июль 2022, 15:10

Маршрут таксиһы тураһында

Минең һорауым халыҡты ташыусы транспорт тураһында. Элек Ясин, Аҙанғол – Оло Ыҡтамаҡ маршруты буйынса автобус йөрөй ине. Бер яҡҡа юл хаҡы 100 һум тәшкил итте. Бөгөн маршрут автобусы йөрөмәй. Инвалид һәм пенсионерҙарға такси хеҙмәте менән файҙаланырға тура килә, ә уның хаҡы бер яҡҡа 500 һум. Шуға күрә әлеге категория кешеләре район үҙәгендәге дауаханаға барып дауаланыу өсөн юл хаҡын түләй алмай.Юлия Попова.

Маршрут таксиһы тураһында
Маршрут таксиһы тураһында

Һорауға Мәсетле районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса баш белгес Евгений Ушаков яуап бирә:
– Был һорау күптән инде район хакимиәтенең көн тәртибендә тора, бик күп мөрәжәғәттәр килә. Ошо маршрут буйынса сауҙа иғлан ителде. Ләкин уның буйынса бер ташыусы ла теләк белдермәне. Беренсенән, был ауыл пункттары район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан. Ташыусыларҙы Юл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы юлдың торошо ҡәнәғәтләндермәй.
Икенсенән, бер нисә йыл элек был маршрут транспорт менән тәьмин ителгәйне. Ләкин ваҡыт уҙыу менән пассажир ташыусы эштең килемһеҙ булыу сәбәпле унан баш тартты. Пассажирҙар аҙ, күптәр шәхси автомобиль йәиһә башҡа транспорт менән файҙалана. Шул уҡ ваҡытта тариф көйләнмәй, йәғни ташыусы үҙе юл хаҡын билдәләй.
Ошо маршрут буйынса конкурс иғлан ителгән. Үрҙә билдәләнеүенсә, бөгөнгө көндә уны хеҙмәтләндерергә теләүселәр юҡ.

Автор:Лариса Михалькова