Һорауға “Росреестр идаралығының 2-се күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе бүлеге начальнигы Вәсилә Нурғәлиева яуап бирә.
“Никах тарҡалыуы бергә тупланған мөлкәттең дөйөм уртаҡ милек режимын туҡтатмай.
Шуға күрә никахта торған ир менән ҡатындың бергә тупланған мөлкәтте бүлеү мәсьәләһе хәл ителмәһә, унан фатирҙы һатыуға рөхсәт алырға кәрәк, сөнки килешеү төҙөүгә нотариус аша рөхсәт бирмәгән ир йәки ҡатын, ошо килешеүҙе башҡарыу тураһында белгән йәки белергә тейеш булған көндән алып, бер йыл дауамында суд тәртибендә килешеүҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы талап итергә хоҡуҡлы.
Икенсе мәсьәләгә килгәндә, күсемһеҙ милек объектын тикшереү өсөн Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) күсемһеҙ милек объектына теркәлгән хоҡуҡтарҙы һәм уның төп характеристикалары тураһында күсермә йәки объект, уның хужаһы, арест һалыныу-һалынмауы тураһында күсермә алырға кәрәк.
Һатыусынан фатирҙың уның милкенә күсеүе тураһында хоҡуҡ документын (унан алдағы хужа менән һатып алыу-һатыу тураһында килешеү,
милеккә хоҡуҡ тураһында килешеү) һорау ҙа артыҡ булмаҫ. Бынан тыш, һатыусынан Берҙәм күсемһеҙ милек реестрынан хоҡуҡтың күсеүе тураһында күсермә һорарға мөмкин. Уның ярҙамында күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡтарҙың күсеү тарихын белергә мөмкин.
Шулай уҡ фатирҙа кемдәрҙең теркәлеүен, коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстары булыу-булмауын, шулай уҡ һатыусының ғаилә хәлен тикшерергә кәрәк (ирҙең йәки ҡатындың һатыуға ризалығы бармы икәнлеген асыҡлау өсөн).