Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
5 Апрель 2022, 11:45

Ниңә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия кәмене?

“Мин – Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт ветераны. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидия алам. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар йыл һайын, ҡай-һы берҙә йылына бер нисә тапҡыр арта. Ә субсидия ни өсөндөр кәмене. Шулай уҡ йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү хаҡын арттырыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау бар. Ул ниндәй нигеҙҙә эшләнә?”Йосопйән ФӘТИХОВ, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

Ниңә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия кәмене?
Ниңә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия кәмене?

Тәүге һорауға Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Дыуан районы буйынса филиалы директоры Людмила Новикова яуап бирә:
– “Хеҙмәт ветераны” танытмаһы булған пенсионерҙарға Башҡортостан Республикаһында социаль ярҙам үҙәге филиалдары тарафынан түбәндәге социаль ярҙам саралары күрһәтелә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2004 йылдың 31 декабрендәге 272-се ҡарары буйынса 400 һум айлыҡ аҡсалата түләү (ЕДВ) һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК). Һуңғыһының күләме льготаһы бул-ған һәр кешегә шәхсән иҫәпләнә.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән сығымдарға ай һайын аҡсалата компенсация биреү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 29 декабрендәге 466-сы ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль ярҙам саралары биреү тәртибе тураһында положение менән көйләнә (2021 йылдың 21 сентябрендә үҙгәрештәр индерелгәндән һуң 481-се ҡарар).
2020 йылдың 31 авгусына тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсация йылытыу осоронда һәм уның араһында ҡулланылған республика стандарттары нигеҙендә иҫәпләнде.
2020 йылдың 1 сентябренән, ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсация күләме торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡулланыусы тарафынан түләү баш-ҡарылыуы, тотонолған торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күләме тураһында мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫәпләнә. Алдағы ике ай өсөн бындай мәғлүмәттәрҙе торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма бирә. Шулай уҡ компенсация күләме бер нисә шартҡа бәйле: граждандың льгота категорияһы; ғаилә составы (льготалы менән берлектә бер адрес буйынса теркәлгән ғаилә ағзалары); торлаҡ бина майҙаны; коммуналь хеҙмәтте ҡулланыу һәм иҫәпкә алыу приборы булыуы (коммуналь хеҙмәттәр менән ҡулланыу нормативтары сиктәрендә); торлаҡ фонды төрө; йорттоң нисә ҡатлы булыуы; торлаҡты төҙөкләндереү кимәле (ЕДК факты).
Гражданға түләү өсөн иҫәпләнгән сумма һәм уның тотонолған сығымдары тураһында мәғлүмәттең дөрөҫлөгө өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүсе ойошма яуаплы.
Авторға бәйле аныҡ хәлде ҡарағанда, “Адреслы социаль ярҙам” дәүләт мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ветерандың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен иҫәпләгән ойошма мәғлүмәттәрендә биш кеше теркәлгән. Шуға күрә, ғаилә составы үҙгәргән осраҡта, ветеранға тәьмин итеүселәргә ғаилә составы үҙгәреүен раҫлаған документ менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Газ приборҙарын хеҙмәтләндереү хаҡының артыу мәсьәләһенә килгәндә, был һорауға “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат үҙәге вәкиле Оксана Громкова асыҡлыҡ индерә:
– Өй эсе газ ҡорамалын (ВДГО), фатир эсе газ ҡорамалын (ВКГО) техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау хаҡы дәүләт тарафынан көйләнмәй, шулай уҡ газ менән тәьмин итеү хеҙмәттәре хаҡына ла инмәй. “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционер-ҙар йәмғиәте газ бүлеү системаларын техник хеҙмәтләндереү, ремонтлау буйынса хеҙмәттәрҙең хаҡын иҫәпләгәндә “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең газ бүлеү системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса хеҙмәттәренә хаҡтар прейскурантын ҡуллана.
Прейскурант бер йылға билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта өй эсе газ ҡорамалын, фатир эсе газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү хаҡы Рәсәй Федераль тарифтар хеҙмәтенең 2013 йылдың 27 декабрендәге 269-Э/8 һанлы бойороғо менән раҫланған “Өй эсе газ ҡорамалын, фатир эсе газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау хаҡын иҫәпләү ҡағиҙәләре тураһында методик тәҡдимдәр” положениеһына ярашлы иҫәпләнә. Прейскурант ҡулланыу хаҡы үҫеше индексы буйынса йыл һайын индексациялана.

Автор:Лариса Михалькова