Һорауға Мәсетле районының йортта социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе мөдире Гөлназ Миндиярова яуап бирә:
– Район территорияһында социаль хеҙмәтләндереүҙе “Социум” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының Мәсетле районы буйынса йортта социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе бойомға ашыра. Бүлексә офисының эш графигы: дүшәмбе – йома сәғәт 9.00-дән 17.00-гә тиклем. Тәнәфес: 13.00-14.00 сәғәттә. Ойошманың офистары Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 56-сы, 57-се бүлмәләрҙә урынлашҡан. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-02-95 (бүлек мөдире Гөлназ Миндиярова).
2 мартҡа ҡарата ойошма штатында – 25 социаль хеҙмәткәр. Улар 463 өлкән йәштәге граждан һәм инвалид, өс йәшкә тиклемге 12 балиғ булмаған баланы хеҙмәтләндерә. Оло Ыҡтамаҡ ауылында ике социаль хеҙмәткәр эшләй, улар 40 социаль хеҙмәт алыусыны хеҙмәтләндерә.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш ваҡыты туранан-тура йөкләмәгә, атап әйткәндә, социаль хеҙмәт күрһәтеүҙең индивидуаль программаһына, хеҙмәтләндереү килешеүендә ҡаралған хеҙмәт исемлегенә ярашлы хеҙмәтләндерелгәндәрҙең һанына һәм уларҙың ихтыяжына бәйле.
Хеҙмәтләндереү территорияһында граждандарға социаль хеҙмәт күрһәтеүгә йәлеп ителгән социаль хеҙмәткәрҙәр “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коммерция булмаған ойошмаһына РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы рәсми эшкә урынлаштырыла.
Әгәр мөрәжәғәт иткән ваҡытҡа өйҙә социаль хеҙмәт алыусының йән башына уртаса килеме сикке дәүмәлдән түбәнерәк йәиһә Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән йән башына уртаса килемдең сикке күләменә тиң булһа, дәүләт тарафынан йортта гарантияланған социаль хеҙмәт исемлеге менән ҡаралған социаль хеҙмәт түләүһеҙ күрһәтелә. Әгәр социаль хеҙмәт алыусының йән башына уртаса килеме ошо дәүмәлдән артһа, түләүле нигеҙҙә башҡарыла.
Социаль хеҙмәт алыусының өйөндә уны тәрбиәләгән һәм эшкә һәләтһеҙ гражданды ҡарау буйынса компенсация түләүе алған кеше булған осраҡта, бындай кешеләргә өйҙә социаль хеҙмәт тулы түләү шарттарында күр-һәтелә. Хеҙмәт алыусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән билдәләнгән социаль хеҙмәтләндереү тарифына ярашлы дәүләт тарафынан гарантияланған социаль хеҙмәт өсөн түләй.
Дәүләт тарафынан гарантияланған социаль хеҙмәт исемлегенә инмәгән өҫтәмә социаль хеҙмәттәр тулы түләү нигеҙендә бөтә социаль хеҙмәт алыусыларға күрһәтелә. 2022 йылға ошо хеҙмәт теҙмәһе һәм тарифы “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы менән раҫланған.
Һәр ай аҙағында социаль хеҙмәт алыусы социаль хеҙмәтләндереү өсөн ҡулаҡса ҡабул итергә хоҡуғы булған социаль хеҙмәткәр аша түләй, һуңынан ул ошо аҡсаны учреждение кассаһына тапшыра.
Шулай уҡ “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Мәсетле районы биләмәһендә “Оҫта ҡулдар” социаль проектын ғәмәлгә ашыра. Проект сиктәрендә яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ваҡ көнкүреш проблемаларын (мебель, кухня кәрәк-яраҡтарын ремонтлау, ҡар таҙартыу, йәшел үҫентеләрҙе ҡыр-ҡыу һ.б.) хәл итеүҙә бушлай ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Ғаризаны 2-02-95 телефоны буйынса ҡалды- рырға мөмкин. Проект 2022 йылдың 31 июленә тиклем дауам итә.