Хатҡа Мәсетле районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторы вәкиле Марат Хизбуллин аңлатма бирә:
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәте 2022 йылдың 1 ғинуарынан “БР Берҙәм мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәге” йәмғиәтенең берҙәм түләү документынан төшөрөлдө, клиент офистарында халыҡты ҡабул итеү һәм консультациялар туҡтатылды.
Хәҙер ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәте өсөн түләү суммаһын иҫәпләп сығарыуҙы, уларҙы формалаштырыуҙы, баҫтырып сығарыуҙы һәм таратыуҙы, шулай уҡ Мәсетле районы буйынса граждандарҙы (ҡулланыусыларҙы) ҡабул итеүҙе электрон аукцион һөҙөмтәһендә тәғәйенләнгән Өфө ҡалаһының “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы (МУП ЕРКЦ) башҡара.
Түләү суммаһын иҫәпләү, иҫәп-хисап (ҡайтанан иҫәпләү), түләү документтарын илтеп биреү, йәшәүселәр һанын аныҡлау һәм субсидия алыу өсөн белешмәләр биреү менән бәйле мәсьәләләр буйынса халыҡты ҡабул итеү “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге”нең территориаль бүлексәләрендә алып барыласаҡ. Мәсетле районында ул Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан (Һаҡлыҡ банкы бинаһы, 2-се ҡат). Шулай уҡ “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге”нең “Ҡыҙыу линия” номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-775-77-61 (көн һайын сәғәт 8.30-ҙан 17.30-ға тиклем). Рәсми сайт – www.erkcufa.ru.
Тап ошо предприятиеның был мәсьәлә менән шөғөлләнәсәге, сауҙа һөҙөмтәләренән һуң, декабрь аҙағында ғына билдәле булды.
Сүп-сар йыйыу һәм сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты арттырыуға килгәндә, шуны хәбәр итәм: “сүп-сар реформаһы”н индергән ваҡытта республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров быға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған һәм сығарылған урында сүп-сар өсөн 70 һум түләргә тәҡдим итте, ә йыйыу булмаған ерҙә – 35 һум. Шулай итеп, Мәсетле районында был хеҙмәткә иң түбән тариф һаҡланды. 2020 йылдың 1 сентябренән хаҡтар һәр кешенән 75 һәм 55 һум тәшкил итте.
Планға ярашлы, хаҡтар 2021 йылдың июлендә үк күтәрелергә тейеш ине. Ләкин төбәк Башлығы тарифтарҙың үҫешен туҡтатырға күрһәтмә бирҙе. Шуға күрә был ваҡыт декабргә күсерелде.
Хәҙер “Махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһының төбәк операторы абоненттары өсөн сүп-сар йыйған һәм сығарған өсөн тариф күп фатирлы йорттарҙа бер кешегә – 80,01 һум һәм шәхси йорттарҙа 81,26 һум тәшкил итә.
Башҡарылған түләүҙәр юҡҡа сыҡмаған. Улар һаҡлана. Бынан тыш, барлыҡ бурыстар “Берҙәм иҫәп-касса үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһына күсерелә.
Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға бәйле һорауҙар менән 2-02-64 номеры буйынса подрядсыға шылтыратырға мөмкин.
Нәркәс Хәлиуллина
әҙерләне.
Әйткәндәй,
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡорт дәүләт аграр университеты менән республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу концепцияһын әҙерләү буйынса эштәрҙе башҡарыуға контракт төҙөнө. Документҡа Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты базаһында үткән “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡул ҡуйылды.
Осрашыуҙа концепция проекты тикшерелде, төбәкте органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттары менән тәьмин итеүгә, ауыл биләмәләре территорияларында ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың дуаль системаһын индереүгә, яңы системала халыҡҡа экологик аң-белем биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтелде.
– Тағы ла бер тапҡыр төп яңылыҡтарға туҡталам: ауыл биләмәләрендә коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу ике контейнерға – “ҡоро” һәм “еүеш”, ә ҙур торама пункттарҙа фракциялар буйынса (ҡағыҙ, пластик, быяла, ПЭТ) башҡарылырға тейеш. Был системаның принципиаль айырмаһы шунда: әгәр элек сорттарға бүлергәме-юҡмы тигән һорау тыуһа, хәҙер был закон кимәлендә нығытылды, – тип билдәләне БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, республика биләмәһендә 2024 йылдың аҙағына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу системаһын индереү күҙаллана.
Бөгөн Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн 6010 контейнер ҡуйылған. 2024 йылға тиклем айырым йыйыу өсөн 22 меңдән ашыу контейнер һатып алырға кәрәк.