-4 °С
Болотло
Был һорауға район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары (бизнес-шериф) Илшат Хәсәнов яуап бирә:
“Шәхси хужалыҡта үҫкән продукцияны уға документтар нигеҙендә (урындағы ауыл биләмәһенән шәхси хужалыҡ барлығын раҫлаусы белешмә) шәхси эшҡыуарҙар менән килешеп һатырға мөмкин. Сауҙа үҙәктәре урындағы халыҡ етештергән продукцияны һатыуға алырға бурыслы түгел.
Әммә һеҙгә шәхси хужалыҡта үҫкән продукцияны Оло Ыҡтамаҡ ауылында ял көндәрендә уҙған шәмбе йәрминкәһендә һатырға мөмкинселек бар.
Бөтә һорауҙар менән 8 (34770) 2-00-65; 8-917-459-14-83 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк”.