Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
27 Май 2021, 15:00

Һыу мәсьәләһе

Был мәсьәләгә бәйле Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыҡрыҡ һәм Теплица урамдары халҡы һыу юҡлығына зарлана. Ул төнгө сәғәт 12-лә аға башлай һәм иртәнге 8-ҙә туҡтай.

“Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тыҡрыҡ һәм Теплица урамдары Төньяҡ һыу тарттырыу ҡоролмаһы ярҙамында һыу менән тәьмин ителә. 2018 йылда уның тарттырыу көсөн арттырыу өсөн тикшереүҙәр уҙғарҙыҡ. Ҡоролманың дебиты етәрлек кимәлдә булмауы асыҡланды.
2018-2020 йылдарҙа “Таҙа һыу” программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнде. Бюджет инвестицияһы буйынса эксперт советы ыңғай ҡарар ҡабул итте.
2021 йылда яңы һыу сығанағы булдырыу эше буйынса республика бюджетынан проект эштәре өсөн аҡса бүленде. Проект ойошмаһын билдәләү буйынса конкурс процедуралары үтте.
Төҙөлөш-монтаж эштәрен 2023-2024 йылдарҙа башлау планлаштырылған.
Ауыл халҡы һыуһыҙ ҡалмаһын өсөн “Тепловик” йәмғиәте һыу менән тәьмин итеү селтәрендә һыу ағымын көйләү буйынса эштәр алып бара”.
Тротуар буласаҡмы
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Милиораторҙар урамында тротуар ҡасан буласаҡ?
Милиораторҙар урамында Башҡорт гимназияһынан алып “Сулпан” магазинына тиклем 2021 йылда тротуар һалыу планлаштырылған. Әммә төҙөлөш менән тығыҙ бәйләнгән ҡайһы бер билдәле ҡыйынлыҡтар бар. Бер яҡтан һыу менән тәьмин итеү селтәре булһа, икенсе яҡтан – электр һәм бәйләнеш селтәрҙәре.
Бөгөн инженер хеҙмәттәре менән килешеү процедуралары бара, һуңынан сығымдар документацияһын әҙерләргә кәрәк.
Тротур һалыу буйынса эште 2021 йылдың 15 сентябрендә тамамлау планлаштырылған”.