Юлдың был өлөшөндә, бигерәк тә эш көндәрендә, хәрәкәт көслө. Күп водителдәр бында йәйәүлеләр өсөн махсус үткәүел һәм юл билдәһе булыуына ҡарамаҫтан, бынан шәп тиҙлектә үтеп китәләр. Был урамда күп фатирлы йорттар урынлашҡанлыҡтан, урам аша йөрөүсе халыҡ та күп.
Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй уҙыш ойоштора. Был урында яһалма тигеҙһеҙлекте ҡайтанан тергеҙәсәктәрме?”
Ленин урамының 8-се өйөндә йәшәүсе.
Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов яуап бирә:
“Ленин урамында республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән индерелгән “Тыуған урам” программаһы нигеҙендә автомобиль юлы ремонтланды. Подрядсыһы – Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы. Эштәр әле тамамланмаған. Быйыл юл ситтәрен нығытыу, юлдарға билдәләр һыҙыу һәм яһалма тигеҙһеҙлек булдырыу ҡарал-ған”.