Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
25 Февраль 2021, 16:00

Магазинды асырҙармы

Яңы Мөслим ауылының өлкән йәштәге граждандары Болон урамында урынлашҡан элекке райпо магазинын асыуҙарын һорай. “Ауыл үҙәгендә урынлашҡан магазиндарға тиклем алыҫ, беҙгә йөрөү ауыр”, – ти улар.

Һорауға яуапты район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Илшат Хәсәнов яуап бирә:
“Хәҙер районда 80-90-сы йылдарҙағы кеүек ҡулланыусылар кооперацияһы юҡ. Тауар һатыу менән хәҙер нигеҙҙә шәхси эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Элекке райпо магазиндары биналары “Башпотребсоюз”ойошмаһыныҡы булып һанала. Уны ҡуртымға алырға теләүселәргә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “Башпотребсоюз”ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уларҙың телефоны һәм электрон адресы: 8 (347) 273-43-22, [email protected]”.