Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
17 Февраль 2021, 13:00

Никах килешеүе – яуаплылыҡ күрһәткесе

“Ирем үҙ эшен асыр өсөн банктан ҙур суммаға кредит алырға йыйына. Әгәр ҙә уның эше килеп сыҡмаһа, кредит никахта торған ваҡытта алынғанлыҡтан, уны икебеҙгә лә түләргә тура киләсәк. Был осраҡта нисек үҙ милкемде һаҡлап алып ҡалырға?”Светлана, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.

Был һорауға Мәсетле районы нотариаль округы нотариусы Лариса Сафина яуап бирә.
“Рәсәй ҡануниәтендә ғаиләнең бар бурысын уртаҡ иткән милек тәртибе нығытылған. Әгәр ҙә ир йәиһә ҡатын банктан бизнес асыу өсөн аҡса алып, уны кире ҡайтарырға хәленән килмәй икән, банк ғаиләнең документ буйынса икенсе ғаилә ағзаһына яҙылған уртаҡ фатир йәиһә милкен бурысты ҡайтарыу өсөн үҙ милкенә күсерә.
Никахҡа ингән ваҡытта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән бәйле күңел-һеҙ хәлдәр килеп сығыуын күҙаллап, ир йәки ҡатындың шәхси бурыстарға яуаплы булыуҙары шарты менән никах килешеүе төҙөргә мөмкин. Никах килешеүе төҙөлгәнлеге хаҡында кредит биргән банкка хәбәр итеү мотлаҡ.
Шулай уҡ никах контракты теләһә ниндәй ваҡытта төҙөлә һәм икеһе лә үҙҙәре теләгән ваҡытта ғәмәлдән сығара ала.
Ҡануниәт уны өйләнешкәнгә тиклем төҙөүҙе лә кире ҡаҡмай, тик ул рәсми теркәлгәндән һуң үҙ көсөнә инә. Никах килешеүе хәҙерге заманда ышанмаусанлыҡ билдәһе түгел, ә хәүефһеҙлек гаранты һәм никахта йыйылған мөлкәткә яуаплы ҡараш күрһәткесе булып тора. Хәҙер күп йәштәр уны никахҡа инер алдынан төҙөй. 2020 йылда мин туғыҙ никах килешеүе төҙөнөм.
Никах килешеүе яҙма формала төҙөлә һәм мотлаҡ нотариаль теркәлергә тейеш. Унда күсемһеҙ һәм күсемле милекте күрһәтергә була: фатир, ер участкаһы, автомобиль, банктағы иҫәп һәм башҡалар. Ә бына ир менән ҡатындың шәхси мөнәсәбәте, хоҡуҡ һәм бурысын никах килешеүе менән генә көйләп булмай – был ҡануниәт тарафынан ҡаралмаған”.