Роспотребнадзор идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарындағы территориаль бүлеге белгес-эксперты Рөстәм Исламов яуап бирә:
“Элемтә башняһының кеше сәләмәтлегенә зыян килтереү-килтермәүен асыҡлау һәм хәлгә объектив баһа биреү өсөн станцияға яҡын йәшәгән халыҡҡа Роспотребнадзор идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙҙең бүлек Мәсәғүт ауылының Дауахана урамындағы 4-се йортта, ә төп офис Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 58 адресы буйынса урынлашҡан. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге бар. Ғаризала станция урынлашҡан урын, мөрәжәғәт итеүсенең өй адресы, нур көсөн үлсәү, уның көнө һәм ваҡытын билдәләү өсөн бәйләнеш телефоны һандарын күрһәтеү мотлаҡ. Шулай уҡ станция урынлаштырылғандан һуң сәләмәтлек торошондағы үҙгәрештәрҙе (аппетит юғалыуы, баш ауыртыуы һәм башҡалар) теүәл яҙырға кәрәк.
Граждандарҙың ошондай уҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән осраҡтары булып тора. Санитар-эпидемиологик экспертизалар барышында кәрәҙле элемтә станцияларының кеше сәләмәтлегенә йоғонто яһауы раҫланманы”.