Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
21 Декабрь 2020, 18:38

Ҡапҡаны ниңә бөтәштергәндәр?

“Элек Энергетиктар урамынан үҙәк район дауаханаһы территорияһына ҡапҡа аша үтергә була ине. Әммә уны хәҙер бөтәштергәндәр. Ни өсөн?”Оло Ыҡтамаҡ ауылының Энергетиктар, Тракт һәм Балашов урамдары халҡы. Был һорауға район прокуроры урынбаҫары Эльдар Гәрәев яуап бирә:

“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 13 ғинуарындағы 8-се һанлы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы объекттарының һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡараған объекттарҙың террористик ғәмәлдәрҙән һаҡланыуына талаптар һәм был объекттарҙың хәүефһеҙлеге паспорты формаһы (артабан – Талаптар) раҫланды.
Талаптарҙың 15-се һәм 16-сы пункт-тарына ярашлы, категорияһына ҡарамаҫтан, объекттың (территорияның) террористик ғәмәлдәрҙән һаҡланыуы объект территорияһына һәм бинаһына пропуск режимын үтәү, объектҡа (территорияға) санкцияланмаған үтеп инеүгә юл ҡуймау, инженер-техник сараларҙы (территория кәртәһен) төҙөк хәлдә тотоу юлы менән ғәмәлгә ашырыла.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы учреждениелары иҫәбенә инә. Уның хәүефһеҙлек паспортына ярашлы, объект территорияһында граждандарҙың үтәнән-үтә үтеп йөрөүе рөхсәт ителмәй. Объектта пропуск режимы үтәлергә тейеш.
Был ҡануниәтте үтәү маҡсатында 2020 йылдың 20 октябрендә район прокуратураһы үҙәк район дауаханаһы исеменә Федераль ҡануниәтте боҙоуҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә ебәрҙе, ул ҡаралды һәм үтәлде”.