Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
8 Декабрь 2020, 14:25

Коронавирус. Нимә эшләргә?

Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙарға Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов яуап бирә.

“Ғаилә ағзаларының береһе ковид менән сирләп китһә, нимә эшләргә?”
“Тәүҙә уны айырым бүлмәгә күсерергә кәрәк. Һәр ғаилә ағзаһына ашағанда айырым һауыт ҡулланырға, айырым таҫтамал ҡуйырға, урын-ер ҡаралдыһын да айырым тотонорға кәрәк.
Бер-берегеҙҙән 1,5 м арауыҡта булырға тырышығыҙ. Айырым ашағыҙ. Бергәләп телевизор ҡарамағыҙ.
Вирус бина эсендә һауала, әйбер-предметтарҙың өҫтөндә, сирленең ҡулдарында, һауыт-һабаһында, эске һәм өҫ кейемендә, көндәлек кәрәк-ярағы өҫтөндә һаҡланырға мөмкин. Уларҙы дезинфекцияларға, өйҙө еүеш сепрәк менән һөртөргә, йыш бысрана торған предметтарҙы даими һөртөп торорға, бинаны елләтергә кәрәк.
Һауыт-һабаны ҡайнар һыуҙа де-зинфекциялаусы саралар менән йыуырға. Һауыт-һаба һәм кер йыуыу машиналарын 60 градус һәм унан юғарыраҡ температураға көйләгеҙ.
Битлек ҡулланығыҙ. Уларҙы сүп контейнерына ташлар алдынан де-зинфекциялаусы иретмә һалынған ҡайнар һыуға һалып алығыҙ һәм полиэтилен ҡапҡа һалығыҙ.
Күберәк шыйыҡса эсегеҙ. Тән температураһын контролдә тотоғоҙ. Ҡан баҫымын һәм ҡандағы кислород кимәлен тикшереп тороғоҙ.
Ғаилә ағзалары барыһы ла 14 көн дауамында үҙизоляцияла ҡалырға тейеш: эшкә йөрөмәҫкә, балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына ебәрмәҫкә”.
“Коронавирус йоҡторған кеше менән яҡындан аралашҡан кешегә нимә эшләргә?”
“Был осраҡта йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре эпидемиологик тикшереү үткәрәсәк, “Роспотребнадзор” ға тиҙ арала хәбәр итәсәк һәм Рәсәй Федерацияһы баш санитар табибы ҡарары нигеҙендә һеҙгә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асалар. Әгәр ике аҙна эсендә сир үҙен белдермәһә, коронавирусҡа анализ бирергә кәрәкмәй. Хәлегеҙ насарайғанда, табипты өйгә саҡырығыҙ”.