Һорауға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова яуап бирә.
“1995 йылдың 12 ғинуарындағы “Ветерандар тураһында” Федераль законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһында “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә:
а) СССР-ҙың йәки Рәсәй Федерацияһының ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән, шулай уҡ СССР-ҙың йәки Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре йәки Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, Рәсәй Федерацияһының рәхмәтенә лайыҡ булған, хеҙмәттәге ҡаҙаныштары һәм тейешле эшмәкәрлек өлкәһендә 15 йылдан кәм булмаған оҙайлы эш өсөн ведомство билдәләре менән бүләкләнгән һәм пенсияға сығыу өсөн иҫәпкә алынған эш стажы (25 йыл – ирҙәргә, 20 йыл – ҡатын-ҡыҙҙарға) йәки пенсия тәғәйенләү өсөн күп йыллыҡ хеҙмәт стажы (выслуга) булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә.
2016 йылдың 30 июненә ҡарата хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ведомство билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға эш стажы булыу шарты менән “Хеҙмәт ветераны” исеменә эйә булыу хоҡуғы һаҡлана. Пенсия тәғәйенләү өсөн иҫәпкә алынған эш стажы ирҙәр өсөн 25 йылдан да кәм түгел һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 йылдан да кәм түгел йәки календарь иҫәпләмәһе менән пенсия тәғәйенләү өсөн йылдар выслугаһы.
б) Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған балиғ булмағандар-ға, 1995 йылдың 12 ғинуарындағы “Ветерандар тураһында” 5-ФЗ һанлы законға ярашлы, “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә (ирҙәр өсөн 40 йылдан да кәм булмаған эш стажы һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йылдан да кәм булмаған эш стажы менән).
в) Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, Башҡортостан Республика- һының почетлы званиелары, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән һәм пенсия тәғәйенләгәндә иҫәпкә алынған ирҙәр өсөн 25 йылдан кәм булмаған, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 йыл хеҙмәт (страховка) стажы йәки күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн пенсия тәғәйенләү өсөн кәрәкле стажы булғандарға. Был наградаларға Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 31 авгусындағы “Башҡорт АССР-ының дәүләт наградалары тураһында положениены раҫлау тураһында” указы, Башҡортостан Республикаһы-ның “Башҡортостан Республикаһында дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр тура-һында” законы менән раҫлан-ған Башҡорт АССР-ының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре ҡарай.
Исем биреү-бирмәү тураһында ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ғариза килгән мәлдән 30 көн эсендә ҡабул итә.
Өҫтәмә мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Документтар йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәккә тапшырыла”.