Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
4 Август 2020, 17:00

Баш табип аңлата

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына райондаштарыбыҙҙан коронавирусҡа бәйле һорауҙар килеп тора. Уларға Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов яуап бирә.

“Коронавирус менән сирләүсе-ләрҙе ниндәй билдәләр күҙәтелгәндә район үҙәк дауаханаһына стационарға ҡабул итәләр?”
– Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан коронавирус инфекцияһын дауалау һәм профилактикалау буйынса ваҡытлыса тәҡдимдәр раҫланған. Унда бөтә критерийҙар асыҡлап яҙыл-ған. Иң төп билдәләре: ҡандың кислород менән 93 проценттан кәм тәьмин ителеүе (махсус прибор-пульсоксиметр ярҙамында билдәләнә), тән температураһының 38 градус һәм унан юғары булыуы, уның дарыуҙар ярҙамында төшмәүе, компьютер томографияһы аша ҡарағанда үпкәнең 30 проценттан ашыуы зарарланыуы.
Тән температураһы булған һәр кешене станционарға һалырға мөмкинселек юҡ. Шуның өсөн, ҡыҙыл зона пациенттарына табип күрһәтмәһе алыу менән уны башҡарыу кәрәк. Ваҡытында амбулатор дауалана башлау ауырыуҙың үҫешен тотҡарлай.

“Компьютер томографияһын ниндәй осраҡта тәғәйенләйҙәр? Уны теләге булған һәр кеше үтә аламы?”
–Беҙҙең районда компьютер томографияһы аппаратының булыуы диагностикалауҙа, һис шикһеҙ, ярҙам итә, тик ауырыуҙың тәүге биш көнөндә үпкәләге үҙгәрештәрҙе күр-һәтмәй. Шуға ла күрһәткестәр буйынса тикшереү алып барыла, хроник үпкә ауырыуы һәм шәкәр диабеты менән интеккән кешеләр тәүге сиратта томография үтә.
“Стационарҙа дауаланыусылар өсөн дауахананың дарыуҙары етәме?”
– Район үҙәк дауаханаһында коронавирус инфекцияһы менән ауырығандарҙы дауалау өсөн бөтә препараттар ҙа етә.