Был һорауға Мәсетле районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Ринат Кәримов яуап бирә:
– Район буйынса һәр электр бағанаһына, дәүләт стандарттарына (ГОСТ) ярашлы, йәшен ҡайтарғыс ҡуйылған, шуның өсөн өҫтәмә йәшен ҡайтарғыс ҡуйыу кәрәге юҡ.
Әгәр ҙә һеҙ һаҡланырға ҡарар итһәгеҙ, бөтөн талаптар-ға, дәүләт стандарттарына тура килтереп эшләргә кәрәк. Шарттарға яуап бирмәһә, ул йәшенде үҙенә тартып торасаҡ.
Бындай эште башҡарырға белгестәрҙе саҡырыу мотлаҡ.