Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
7 Июль 2020, 17:00

Белгес аңлата

Һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы ер күҙәтеүе бүлеге дәүләт инспекторы Сулпан Гәрәев яуап бирә.

“Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһы составындағы бер өлөштөң милексеһе булып торам. Уны ағас-ҡыуаҡ баҫҡан. Бындай участкала тәбиғи юл менән үҫкән ағас-ҡыуаҡтарҙы киҫеү Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен боҙоу тип иҫәпләнәме?”
– Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 13-сө статьяһына ярашлы, ер участкалары хужалары һәм ер участкаһы хужаһы булмаған шәхестәр ауыл хужалығы биләмәләрен ағас һәм ҡыуаҡтар баҫыуҙан һаҡлау өсөн уларҙа агротехник һәм агрохимик саралар үткәрергә тейеш.
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн файҙаланыуға рөхсәт ителгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһында үҫкән ағас-ҡыуаҡтарҙы киҫкәндә, иң тәүҙә, уны ауыл хужалығы әйләнешенә кире ҡайтарыуҙы һәм Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.7-се статья-һының 2-се бүлегендә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуймауҙы күҙ уңында тота.
Шуға күрә, бындай эштә Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.28-се статья-һында ҡаралған (“Закон-һыҙ ағас киҫеү, ултыртылған ағастарҙы имгәтеү йәки урмандарҙа ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы, үрмәләп үҫкән үҫемлек- тәрҙе рөхсәтһеҙ ҡаҙып алыу”) административ хоҡуҡ боҙоу билдәләре булмаясаҡ.
Был осраҡта хоҡуҡ боҙоу объекты булып урман фонды ерҙәре тора. Хоҡуҡ боҙоу предметы урман фонды ерҙәрендә тәбиғи, шулай уҡ яһалма юл менән барлыҡҡа килгән урман үҫемлектәре булыуы мөмкин.
“Баҫыуҙа ер пайын ыҙанлағанда ағас һәм ҡыуаҡтар бар ине. Улар утын сифатында файҙаланыу өсөн яраҡлы. Ләкин утынды сығарғанда юл-патруль хеҙмәткәрҙәре һәм Дәүләт урман һағы инспекторҙары менән һорау тыуа. Беҙҙең хәлде аңлатып биреүегеҙҙе һорайбыҙ”.
– Беҙҙең ҡарамаҡҡа, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһында үҫкән ағастарҙы киҫеп әҙерләгән утынды сығарыр алдынан, участканы таҙартҡанға тиклем ауыл хужалығы бүлеге, муниципаль ер контроле, урман хужалығы, полиция вәкилдәренә, ерҙе файҙаланыу буйынса белгескә хәбәр итергә һәм урында бысыл-ған ағастарҙың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә үҫеүе тураһында акт төҙөргә кәрәк.