Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
3 Март 2020, 15:00

Комендант сәғәте

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе балаларҙың ата-әсәнән башҡа урамда сәғәт нисәгә тиклем йөрөй алыуы менән ҡыҙыҡһына.

Һорауға Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Айгөл Миндиәхмәтова яуап бирә.
Әлеге ваҡытта республика территорияһында 17 йәшкә тиклемге балаларҙың төнгө ваҡытта ата-әсәһенән йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙән башҡа 22 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында булыуы закон менән тыйылған. Йәй көнө 1 майҙан 30 сентябргә тиклем ул 24 сәғәттән иртәнге 6-ға тиклем оҙайтылған.
Комендант сәғәтенең үтәлеүен полиция күҙәтә.
Комендант сәғәте үҫеп килеүсе быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерелгән, сөнки хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күп өлөшө төндә ҡылына. Ә балаларҙың төнгө ялына ата-әсәнең контроле булмауы – үҫмерҙәр тарафынан хоҡуҡһыҙ эштәр ҡылыныуының бер сәбәбе.
Законды боҙған өсөн КоАП-тың 5.35-се статьяһы менән яуап-лылыҡ (балиғ булмаған баланы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәмәү) ҡаралған.
Ҡануниәтте боҙған өсөн ата-әсәләргә 100-ҙән алып 500 һумға тиклемге күләмдә штраф түләргә тура килә. Әгәр боҙоуҙар ҡабатланһа, сумма арта. Балиғ булмағандарҙың төндә өйҙә булмауына сәбәпсе булған учреждениеларға 10000-дән 50000 һумға тиклем штраф һалына.