Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
21 Ғинуар 2020, 17:00

Саңғы базаһы ябылғанмы?

“Беҙ ғаиләбеҙ менән әүҙем ял яҡлы. Быйыл бергәләп саңғыла йөрөргә ҡарар иттек. Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Комета-спорт” саңғы базаһына юлландыҡ.

Стадионда саңғы һәм саңғы ботинкалары алып торорға була икәнлеген ишетеп белә инек инде. Әммә ял мәлендә көндөҙ ябыҡ ҡапҡаларға килеп төртөлгәс, ғәжәпкә ҡалдыҡ. Унда бер кем дә юҡ ине.
“Комета-спорт” базаһы тәрбиәләнмәгән торошта. Ҡасандыр бында тюбингыла шыуыу ойошторола ине, ғаилә менән саф һауала күңелле итеп көн үткәрергә мөмкин була торғайны. Тюбинг трассаһын ҡайтанан тергеҙеп булмаймы? Ни өсөн стадион ташландыҡ хәлдә, ул кемгә беркетелгән һәм нисек эшләй?
Александр,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы”.
Һорауға район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин яуап бирә:
– “Комета-спорт” саңғы базаһы шәхси милеккә ҡарай һәм әлеге мәлдә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә бушлай биреп торола. Хәҙер базала башлыса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм тренерҙары шөғөлләнә.
Эйе, бер нисә йыл элек базала саңғы һәм тюбингы- ларҙы алып торорға мөмкин ине. Әлеге мәлдә бының менән шөғөлләнеүсе юҡ. Әммә был мәсьәләне район хакимиәте күҙ уңында тота.
База территорияһын тәртиптә тотоу өсөн ирекмәндәр йылына бер нисә тапҡыр сүп таҙартыу, үлән сабыу буйынса өмә яһай.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Сергей Кус-тиков та был һорауға яуап бирҙе:
– Әгәр һеҙҙең саңғы һәм тюбингығыҙ бар икән, теләгән ваҡытта базаға килә алаһығыҙ – саңғы трассаһы яҡшы торошта, тюбинг трассаһы ла шымартылған.
Ә инде уларҙы алып торор-ға теләүселәр эш көндәрендә сәғәт 15.15-тән 17.30-ға тиклем мөрәжәғәт итә ала. Саңғы, ботинка, таяҡтар, шулай уҡ “ватрушкалар” базала бар.