Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
25 Ноябрь 2019, 12:00

Сүп өсөн контейнерҙар дөрөҫ ҡуйыламы?

Редакцияға шәхси йортта йәшәүсенән һорау килде:

“Минең өйөмдән алыҫ түгел сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйып киттеләр. Хәҙер бүлмәләрҙе елләткәндә уларҙан насар еҫтәр өйгә үтеп инә. Саф һауа һулар урынға, ҡалдыҡтарҙың сереүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән еҫтәрҙе һуларға мәжбүрбеҙ. Сүп контейнерҙары ниндәй ҡағиҙәләр буйынса ҡуйыла һәм ундай осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?”


Һорауға район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов яуап бирә:

“Быйыл 1 ғинуарҙан “Сүп реформаһы” старт алды. “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Уның бурысы – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы, ташыуҙы, эшкәртеүҙе, утилләштереүҙе, зарар-һыҙландырыуҙы, күмеүҙе ойоштороуҙы тәьмин итеү.

Беҙҙең районды Өфөнөң “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Беҙҙән тыш был предприятие Өфө ҡалаһы һәм уның эргәһендәге райондар, шулай уҡ республиканың Төньяҡ-Көнсығышы менән эшләй. Төбәк операторы һәр районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыусыны яллай. Беҙҙең районда ул “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте менән килешеү төҙөгән.

Төбәк операторының бурысы – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу урындарынан сүпте сығарыу. Йыйыу урындары контейнерҙар йәки бункерҙар ҡуйылған майҙансыҡтан тора. Уларҙы ауыл биләмәләре хакимиәттәре булдыра. Сүптәрҙе йыйыу урындары реестрын да улар алып бара, халыҡтың һорауы буйынса яңыларын өҫтәй.

Ундай майҙансыҡтар барып етеү өсөн уңайлы булырға һәм өйҙәрҙән, балалар һәм спорт майҙансыҡтарынан 20 метр алыҫлыҡта урынлашырға, әммә 200 метрҙан йыраҡ тормаҫҡа тейеш. Урынды һайлағанда халыҡтың фекере иҫәпкә алына.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәренә әлеге көндә бер нисә мәсьәләне хәл итергә кәрәк.

Төп проблема – финанс мәсьәлә. Район буйынса 1368 контейнер менән 427 майҙансыҡ ҡорорға кәрәк. Әлегә бүленгән аҡсаға контейнерҙар-ҙың тейешле күләменең яртыһы ғына алынған. Бынан тыш, уларҙы тейешле хәлгә килтерергә – асфальт йәки бетон нигеҙ түшәргә, тирә яғын кәртәләп алырға, килеү урынын эшләргә кәрәк. Бер контейнер майҙансығын ҡуйыу өсөн, ундағы контейнерҙар һанынан сығып, 25-45 мең һум аҡса талап ителә. Район буйынса был эштәрҙе башҡарыуға 14 млн һум самаһы аҡса табырға кәрәк.

Хәл итәһе икенсе мәсьәлә – был майҙансыҡтар өсөн халыҡты ла, хеҙмәтләндереүсе ойошманы ла ҡәнәғәтләндерерлек урын һайлау. Ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы, сүп контейнерҙарын коммуникацияларҙы һаҡлау зоналарында (газ, электр сымы, һыу, канализация үткән ерҙә) урынлаштырыу рөхсәт ителмәй. Урамдар тар, ә уның бер яғынан газ, икенсе яғынан электр һәм телефон сымы үткәндә, өҫтәүенә өйҙәр араһы бик яҡын булғанда, бар талаптарға ла яуап биргән урынды табыу еңелдән түгел. Хәлдән сығыу юлын сүп контейнерҙарын ҡуйыу урындарын халыҡ менән йыйылыштарҙа раҫлауҙа күрәбеҙ. Был эштәрҙе ауыл хакимиәттәре башҡарырға тейеш.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының күп фатирлы йорттарына килгәндә инде, уларҙың ихаталарын төҙөкләндереү буйынса “Баш-ҡорт ихаталары” проекты ғәмәлгә ашырыла. Проектты әҙерләгәндә беҙ бар талаптарҙы һәм нормативтарҙы иҫәпкә алырға тырышабыҙ. Проектты раҫлау өсөн асыҡ тыңлауҙар уҙғарабыҙ. Күптән түгел Ленин урамындағы күп фатирлы йорттар ихаталарын төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы тикшерҙек. Проблемалар етерлек. Беҙ улар-ҙы бергәләп хәл итергә әҙер. Күп фатирлы йорттарҙа тәғәйенләнгән өй буйынса өлкәндәрҙең әүҙемлеге кәрәк. Ни өсөн бергә хәл итергә? Сөнки бында бер өйҙә йәшәүселәрҙең генә түгел, ә эргәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә фекере мөһим. Контейнер майҙансығы ҡуйыу урыны буйынса ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Әгәр контейнерҙар тулһа йәки ваҡытында сүбе алынмаһа, һорауҙарығыҙ менән “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһының 8-800-347-80-03 “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса төбәк операторына мөрәжәғәт итегеҙ. Диспетчерҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй.

Төбәк операторының www: sahufa.ru адресы буйынса рәсми сайтында кеҫә телефондарынан шунда уҡ хәбәр ебәреү өсөн веб-сервистары (WhatsApp, Viber) күрһәтелгән”.