Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
8 Ноябрь 2019, 14:00

“Инцидент” системаһы

Райондашыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығына мөрәжәғәт иткән: “Хөрмәтле Радий Фәрит улы, Мәсетле районына иғтибар булырмы?

Бөтә төрлө үҫеш Мәсәғүт тирәһендә. 90-сы йылдар һуңы-2000 йылдар баштарында район үҙәге ҙур үҫеш алды (халыҡ иҫәбе күҙ уңында тотола). Ауылдарҙан йәштәр Оло Ыҡтамаҡҡа ынтылды, әммә әлеге көндә күп мәсьәләләр буйынса Мәсәғүт юлын тапарға мәжбүр. Ике район араһындағы автобус бәйләнеше ҡулайлаштырылһа, автобустар һәр бер ауылға инеп, көн-итмеште яҡшыртһа, халыҡ рәхмәтле булыр ине.

Бынан тыш, художество, хореография мәктәптәренең үҙ биналары юҡ (әлеге көндә улар элекке административ бинала эшләй-ҙәр). Балаларға бит иркен кабинеттар кәрәк. Әҙ генә иғтибар булһа, халыҡ та бик ситкә китмәҫ ине, ир-егеттәрҙең күбеһе республиканан ситтә эшләргә мәжбүр.

Районда эш урындары иҫәпле генә. Әүәлдән “Төньяҡ-Көнсығышты үҫтереү” тип үткәрелгән конференцияларҙың һөҙөмтәһе – ҡағыҙҙа ғына”.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яуап бирә: “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Мәсетле районы мәнфәғәтенә йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә һәм ҙур иғтибар бүлә. Әлеге мәлдә беҙҙә 20-нән ашыу социаль әһәмиәттәге саралар ғәмәлгә ашырыла.

Оҙаҡламай Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы ишектәрен асасаҡ, Йәштәр үҙәгендә капиталь ремонт яһалды, Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Мөслим ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөү буйынса оҙаҡҡа һуҙыл-ған эштәр урынынан ҡуҙғалды, Балалар сәнғәт мәктәбе төҙөү өсөн проект эштәренә документтар әҙерләйбеҙ.

Мәсәғүт ауылында бассейн юҡ, ә беҙҙә “Ҡарағай” шифаханаһының иркен бассейны бар. Оло Ыҡтамаҡ лицейында һәм Башҡорт гимназияһында спорт залдары төҙөү буйынса эштәр алып барабыҙ.

Районда ете йүнәлештә автобус-тар йөрөй. Ҡайҙалыр улар туҡтаһа, ауыл биләмәләре башлыҡтарына хәбәр итергә була, улар тейешле сараһын күрәсәк. Миграция хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, районда халыҡ һаны 109 кешегә артҡан. Беҙҙең өсөн был – яҡшы күрһәткес. Алда районды үҫтереү һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса күп бурыстар тора. Тырышасаҡбыҙ”.