Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һорау – яуап
28 Октябрь 2019, 13:00

Макулатура тапшыр – ағасты һаҡла

“Өйҙә бик күп макулатура – гәзит-журналдар, китап-дәфтәр-ҙәр, ҡаптар, ҡумталар һәм башҡаһы йыйылып китте. Артабан эшкәртеүгә тапшырыр инем. Ә нисек, ҡайҙа тапшырырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйем”. Айнур Б.

Хәҙерге заман тормошон ҡағыҙ продукцияһынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һәр продукт тиерлек ҡағыҙға төрөлгән, көнкүреш техникаһы картон ҡумталарҙа һатыла, көн һайын беҙ салфеткалар менән тотонабыҙ, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һатып алабыҙ. Ҡағыҙ ҡалдыҡтар тиҫтәләрсә, хатта йөҙәрләгән килограмдар менән иҫәпләнгән офис-тар һәм конторалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел.

Кешеләр макулатураны сүплеккә ташлап ауылдарҙы, урман-парктарҙы бысратыуы, шуның менән экологияға насар йоғонто яһауҙары тураһында уйланырға тейеш.

Сүплеккә ырғытылған ҡағыҙ артабан эшкәртеү өсөн яраҡһыҙға әйләнә. Санитария-гигиена күҙлегенән сығып уларҙы йыйыу һәм ҡабул итеү пункт-тарына тапшырыу тыйылған. Шуға күрә макулатураның мөмкин тиклем күберәк күләменең, сүплектәрҙе урап, эшкәртеү заводтарына китеүе мөһим.

Төньяҡ-Көнсығыш буйынса макулатураны Мәсәғүт ауылында урын- лашҡан “Чистая Планета” компанияһы йыя. Ул артабан эшкәртеүгә картон, макулатура (гәзит-журнал, китап-дәфтәр), полиэтилен, көнкүреш химияһы һауыттары, һәр төрлө ҡаптар, ҡумталар ҡабул итә. Район үҙәгенән сығарыу – бушлай.

Икенсел сеймалды тапшырыу өсөн 8-963-898-88-86 телефоны буйынса компания менән бәйләнешкә инеп, шарттарҙы белешергә кәрәк.


Әйткәндәй,

иҫке китаптарығыҙҙы макулатура ҡабул итеү пунктына алып барыр алдынан, уларҙың раритет түгелме һәм мәҙәни, антиквар ҡиммәткә эйә түгелме икәнлеген асыҡлағыҙ. Кешеләр-ҙең тотош байлыҡҡа торошло әйбер-ҙәрен юҡ хаҡҡа ғына тапшырып киткән осраҡтар ҙа булған.

Шулай уҡ бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны, ҡағыҙҙарҙың санитария төрҙәрен (салфеткалар, бәҙрәф ҡағыҙы), дауахана макулатураһын (карточкалар, архив), йомортҡа ҡаптарын, касса чектарын, сүплектәрҙә йыйылған макулатураны тапшырырға ярамауын күҙ уңында тоторға кәрәк.


* * *


Һаҡлыҡ банкы офисы ваҡытлыса күсеп торҙо

“Һаҡлыҡ банкының үҙ бинаһынан ни сәбәпле һәм ҡайҙа күсеүен аңлатығыҙ әле”.

Альбина Р.


Һорауға Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 8598/0267-се өҫтәмә офисының физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү секторы етәксеһе урынбаҫары Наталья Вәликәева яуап бирә:

“Әлеге мәлдә Рәсәй Һаҡлыҡ банкының бөтә офистарында ла филиалдарҙы ҡайтанан форматлаштырыу күләмле программаһы бойомға ашырыла. Был – клиенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүгә һәм улар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән иң мөһим проекттарҙың береһе.

Программа 2011 йылда эшләй башлағайны, хәҙер ул беҙҙең филиалда ла индерелә. Бинаны ҡайтанан форматлаштырыуҙы ике ай эсендә тамамлау ҡаралған.

Шуның менән бәйле Һаҡлыҡ банкы клиенттары күрше бинала хеҙмәтләндереләсәк. Унда элемтә узелы яғынан инергә кәрәк. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ”.